Был мәсьәлә бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры уҙғарған онлайн кәңәшмәлә өйрәнелде. Андрей Назаров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республикала 87 юл буйы сервисы объекты төҙөлә. Шул иҫәптән 18 ял итеү урыны һәм биотуалеттар. 21 инвестор 34 проектҡа аҡса һалырға әҙер.
Сығымдарҙың дөйөм күләме ике миллиард ярым һум тирәһе. Хөкүмәт Премьер-министры район башлыҡтарына был эшкә урындағы эшҡыуарҙарҙы әүҙемерәк йәлеп итеү бурысы ҡуйҙы.




