Өфөнөң Совет районында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнап ветерандар йәшәгән йорт алдында парад ойошторолдо.
Анатолий Поздеевҡа 96 йәш. Фронтҡа 1943 йылда алына. Яуҙарҙың береһендә, 1944 йылдың 7 июлендә Днепрҙы кискәндә ҡаты яралана. Һауығып аяҡҡа баҫҡандан һуң уны танк училищеһына уҡырға ебәрәләр. Еңеү байрамын ул хәрби училищела ҡаршылай. Днепрҙы кискәндә ҡаһарманлығы һәм таһыллығы өсөн өлкән сержант Батырлыҡ өсөн миҙалы, Дан ордены менән бүләкләнгән.
Тәҡмилә Миңлеғолова -Өфө ҡыҙы. Ул 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Һауа оборонаһына ҡаршы 9-cы Сталинград корпусында хеҙмәт итә.
Ауыр һуғышта 19 әхирәт-яуҙаштары араһынан бер үҙе генә иҫән ҡала. Һуңынан радиотелеграфист булып хеҙмәт итә. Еңеүҙе Будапешта ҡаршылай. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының түшен Батырлыҡ өсөн миҙалы, Икенсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены биҙәй. 97 йәшлек ветеран илебеҙгә именлек, йәштәргә илһөйәр булыуҙарын теләй.
Башҡортостанда 457 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 82 Ленинград ҡамауында ҡалыусы, 16 851 тыл ветераны, 90 бәлиғ булмаған элекке фашист концлагеры тотҡоно ғүмер итә. Улар яҙмышында ҡәһәрле һуғыш ауыр эҙ ҡалдырған. Был ғәрәсәтле йылдар шаһиттары туптар шартламаһын,күгебеҙ һәр ваҡыт тыныс, булһын, тип теләй.
Гүзәл Борханова






