Улар Киевта тарихта булмаған ҡаҙанышҡа иреште. Аэропортта чемпиондарҙы туғандары, дуҫтары һәм БЮТ каналының ижади төркөмө ҡаршы алды.
Өфө аэропортына башҡорт чемпиондары аяҡ баҫты. Күптән түгел генә бында шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны сәләмләһәләр, бөгөн Европа триумфаторҙары. Родион Алимов менән Алина Дәүләтова еңеүселәр.
Родион Алимов менән Алина Дәүләтова алтын миҙал яуланы. Был спортсыларҙың тәүге еңеүе генә түгел. Улар 12 йыл инде бергә сығыш яһай.
Родион менән Алина аша башҡорт бадминтонын тотош донъя таный. Аэропортта уларҙы киләсәктә уңышҡа ирешергә теләүсе бик күп йәш спортсылар ҡаршы алды.
9 май – Еңеү көнөндә Татарстанда бадминтон буйынса Рәсәй кубогы үтте. Европала яуланған алтын өҫтөнә һәм үҙебеҙҙәге турнирҙа ҡатнаша алмаһалар ҙа, Алина менән Родион тағы юлға сыҡты. Һәм парлы категорияла алтынға лайыҡ булды.
Артабан башҡорт спортсыларына оҙаҡ ял итергә тура килмәйәсәк. Әле Олимпия уйындарына һайлау этабының иң ҡыҙыу осоро. Родион менән Алинаны ай аҙағында Сингапурҙа уҙасаҡ хәл иткес турнир көтә. Бурыс ябай түгел – донъяның иң лайыҡлы 16 пары иҫәбенә эләгеү.
Рәйлә Күсемханова




