Был турала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте. Шул уҡ ваҡытта ведомство башлығы күрһәткестәрҙең былтырғы менән сағыштырғанда түбәнерәк булыуын да билдәләне.
Республикала талпандар әүҙемләшкән. Анна Казак белдереүенсә, 800-ҙән ашыу кеше ошо бөжәктәрҙән зыян күргән һәм медицина үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән.
Иртәгә республикала медицина учреждениелары шәмбе графигы буйынса эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.




