Ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, юл һәм яһалма ҡоролмалар ремонты идаралығы етәксеһе Константин Паппе әйтеүенсә, эш ике сменала ойошторолған, 80-дән ашыу төҙөүсе, 18 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Әле 25 терәү ҡуйылған, улар барлығы 28 була. Юл үткәргесте 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырыу маҡсаты ҡуйылған.






