Радий Хәбиров Луганск халҡын дәүләт байрамы менән ҡотланы

Фото №1 - Радий Хәбиров Луганск халҡын дәүләт байрамы менән ҡотланы

Бөгөн Луганск халыҡ республикаһы ойошторолоуға 7 йыл. Ошо уңайҙан төбәктә рәсми тантаналар үтә. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. "Һеҙгә республика халҡының йөрәк йылыһын алып килдек", - тине ҡотлау телмәрендә Башҡортостан Башлығы. "Беҙ һеҙҙе туғандаш халыҡ итеп ҡабул итәбеҙ. Дуҫлығыбыҙ ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны менән нығытылған. Ошо ерҙә фашистарға ҡаршы көрәшкән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауығыҙ өсөн рәхмәт", - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Луганск халҡын дәүләт байрамы менән ҡотланы

Луганскийҙа Радий Хәбировҡа "Халыҡ рәхмәте" Почет билдәһе тапшырылды.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ