Транспорт министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Юл фонды 26 миллиард 665 миллион һумға баһалана. Быйыл Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем асфальт юл һалыу тамамлана, Белорет – Учалы – Миәс, Сермән – Амангилде – Баймаҡ, Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаларында капиталь ремонт була. Виктор Жульков башҡа мөһим проекттар менән дә таныштырҙы.




