5 бала һәм 3 өлкән кешене илдең баш ҡалаһында дауалау ҡарала. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова ойошторған табиптар консилиумы барышында ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Татарстанда фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив штаб булдырылған. Уны премьер-министр Алексей Песошин етәкләй. Был турала республика вице-премьеры Ләйлә Фазлыева белдерҙе.
Бөгөн фажиғәлә һәләк булғандар ер ҡуйынына тапшырылды. Татарстан Президенты ҡушыуы буйынса уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтелә. Мәрхүмдәрҙең ғаиләләренә 1 миллион һум аҡса түләнә. Ауыр яраланғандарға - 400, еңел йәрәхәт алыусыларға - 200 мең һум күсерелә.
Ил ҡалаларында һәләк булыусылар иҫтәлегенә мемориалдар барлыҡҡа килде. Мәскәү, Санкт-Петербург, Белгород, Түбәнге Новгород, шулай уҡ беҙҙең республика ҡалаларында кешеләр хәтер мөйөшөнә сәскәләр һәм уйынсыҡтар килтерә. Бөгөн күрше республикала матәм көнө.






