Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Шайморатовҡа арналған спектаклде төрлө ҡала һәм райондарҙа күрһәтә. Бөгөн сәхнә әҫәрен Стәрлетамаҡ балалары ҡараған. Беҙҙең гастролдәр дауам итә, ти төп ролде башҡарыусы актер Хөрмәтулла Үтәшев.




