Радий Хәбиров эш сәфәре менән Донбаста

Радий Хәбиров Донбаста йәшәүселәрҙе Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары барлыҡҡа килеүгә ете йыл тулыу менән тәбрикләне. Башҡортостан етәксеһе Донецк Халыҡ Республикаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.

Тантанала Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Дебальцево районында фашистарға ҡаршы 112-се Башҡорт атлы дивизияһы көрәшеүен билдәләп үтте. Дивизияның 78 яугиры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Былтыр Владимир Путиндың Указы менән командир Миңлеғәле Шайморатов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың һуңғы яуы Луганск ерҙәрендә үтә. Дивизияның күп кенә һалдаттары ла ошо ерҙәрҙә ятып ҡала.

Фото №1 - Радий Хәбиров эш сәфәре менән Донбаста
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ