Мәктәп ашханаһында – эсәк таяҡсалары

Кушнаренко районындағы балалар баҡсаһындағы ярымфабрикатта хәүефле инфекция табылғас учреждениела туҡландырыу өсөн яуаплы оператор менән килешеү туҡтатылған. Быға тиклем ашханаға продукцияны Бөрө ҡалаһындағы оператор килтерһә, хәҙер балаларҙы туҡландырыу Өфө белгестәренә йөкмәтелә.

Ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса Кушнаренко районында Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетыты күсмә ултырышы үтте. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Флорида Ким яҙмаһында.

Кушнаренко районында балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе туҡландырыу өсөн «Общепит» тип аталған Бөрө ҡалаһы операторы һайланған. Конкурста ҡатнашҡан берҙән-бер ойошма малай-ҡыҙҙар өсөн ризыҡтарҙы килтерә башлағас та ата-әсәләр яғынан дәғүәләр килә башлаған. Улар башлыса аҙыҡ-түлектең тәмһеҙ булыуына, сабыйҙарҙың эсе ауыртыуына бәйле. Апрелдә балалар баҡсаһындағы ярымфабрикаттарҙа эсәк таяҡсалары табылған.

Балаларҙы туҡландырыу Өфө комбинаты предприятиеһына күсерелгән. Яңы оператор ике төрлө меню әҙерләп, кескәйҙәргә сифатлы ризыҡтар тәҡдим иткән. Районға килтерелгән продукция тикшерелгәс кенә ашамлыҡтар аш өҫтәленә бирелә. Төбәктә балаларҙы туҡландырыу мәсьәләләрен күҙәтеү өсөн Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттарының күсмә ултырышы Кушнаренко районы мәктәбендә ойошторолдо.

Балаларҙы туҡландырыу менән бәйле мәсьәләне хәл иткәндә бер нисә проблеманы күҙ уңында тоторға кәрәк. Күп учреждениларҙа матди-техник базаны яңыртыу талап ителә. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тора. Продукцияның сифатын тикшереп, тәмле ризыҡтар әҙерләүсе ашнаҡсыларҙы әҙерләү мәсьәләһенә лә иғтибар бүлергә кәрәк.

Раил Әсәҙуллин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе

Аш бүлмәләрендәге иҫкергән ҡоролмалар, санитар нормаларҙың үтәлмәүе, ашнаҡсылар етешмәүе кеүек һорауҙар өҫтөндә өҙлөкһөҙ эш алып барылыуы шарт. Мәктәптә тәҡдим ителгән ризыҡтар малай-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһай, шуға ла намыҫһыҙ операторҙарға балалар ашханаһына юл булаҫҡа тейеш.

Фото №1 - Мәктәп ашханаһында – эсәк таяҡсалары

Флорида Ким

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ