Ведомсто 1-8-се һәм 10-сы синыфтар өсөн йома көн алдан иғлан ителгән 13 май – Ураҙа байрамына өҫтәп ял итергә тәҡдим иткән. Документта билдәләнеүенсә, был көндө белем усаҡтарында террорға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптарының үтәлеше тикшерелә.
Дүшәмбе 14 майҙы ял көнө тип иғлан итеү тәҡдиме менән оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһағайны.




