Уларҙың көндәлек эшенең батырлыҡҡа тиң булыуы былтыр асыҡланды

Пандемия ваҡытында шәфҡәт туташтары ысынлап та, ҡаһарманлыҡ өлгөһөнә әйләнде. Айҙар буйы улар хеҙмәт урынынан ғаиләләре янына ҡайтманы. Бөгөн шәфҡәт туташтары көнө. Өфө ҡалаһы медицина учреждениеларында эшләүсе алдынғы медицина хеҙмәткәрҙәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева осрашты.

Уларҙы һалдаттар менән сағыштырырға була. Һанаулы ғына минуттар эсендә бөтә аппаратура һәм махсус койка әҙерләнде. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлегендә эшләүсе шәфҡәт туташтары бер-береһен хатта һүҙһеҙ аңлай тиергә мөмкин.

Тап эш күләме күбәйгәндә улар тәжрибәле белгес булыуҙарын тағы ла иҫбатланы. Сөнки ғәҙәттә шәфҡәт туташтарының эше ниңәлер уҙ баһаһын алып бөтмәгәндәй. Клиникала утыҙ йылдан ашыу эшләүсе Нелля Филинова Лука Крымских миҙалына лайыҡ булған. Бер ҡасан да эше өсөн был кимәлдәге награданы алырмын тип ул уйламаған. Коронавирус көсәйгәндәге Республика клиникаһындағы хәлдәрҙе ҡабатлап һөйләйһе түгел. Өлкән шәфҡәт туташы эш урынынан бер ай буйы өйөнә ҡайтмаған.

Тағы ла бер һөйөнөслә яңылыҡ , шулай уҡ утыҙ йылдан ашыу үҙен ошо һөнәргә бағышлаған Мозафар Худойбердиев икенсе дәрәжәләге Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ордены миҙалы менән бүләкләнәсәк. Был хаҡта Владимир Путиндың ҡарары бар.

Йәш белгес Рәил Морапталов иһә киләсәктә табип буласаҡ. Хеҙмәт юлын ул да шәфҡәтле һөнәрҙән, әммә ауыр һынау аша башлаған. Бер кем дә ял алырға йәки башҡа сәбәптәр менән эш урынын ҡалдырырға ашыҡманы ти, йәш егет.

Үҙенә илле йәш кенә булып тойолған был ханым шәфҡәт туташы булып илле йылдан ашыу эшләй. 2005 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, хеҙмәт урынын ташламай. Сөнки күп йылдар эсендә туплаған был өлкәләге белеме менән хәҙер башҡаларға бүлешә. 18-се дауахананың поликлиникаһында ул терапия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы. Көнүҙәк мәсьәлә әле ковидтан вакцина эшләтеү.

Белгес 1969 йылда училище тамамлаған. Ауырғазы ҡыҙының әлбиттә, артабан уҡырға табип булырға ла теләге булған. Ҡалмыҡ АССРЫ, Эфиопияла ла эшләгән. Препараттарҙан алда тәүҙә ул йылы һүҙе менән дауалай. Сөнки һүҙ ҡеүәтенең көсөн белә. Беҙ поликлиникаға ингәндә лә ул тәүҙә ҡапыл үҙен насар тойған пациент янына ярҙамға ашыҡты.

Фото №1 - Уларҙың көндәлек эшенең батырлыҡҡа тиң булыуы былтыр асыҡланды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ