Бөйөк Ватан һуғышы арт-объектына кем ҡул һуҙған?

Баймаҡ ҡалаһының Еңеү паркында быйыл 9 майҙа ғына легендар Т64Б танкына һәйкәл асылғайны. Ҡыҙғанысҡа, уҙған төндә паркта вандаллыҡ осрағы теркәлгән, билдәһеҙ шәхестәр яңы һәйкәлде вәхшиҙәрсә ҡыйратҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бер нисә көн элек кенә асылған һәйкәл янынан кеше өҙөлмәне. Байрам көндәрендә бар халыҡ яңы арт‐объект менән танышырға ағылды. Әммә ҡала халҡының ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы. 12 май төнөндә билдәһеҙ кешеләр бында вәхшиҙәрсә «Вандаллыҡ» ҡылған. Техниканың ҡайһы бер элементтарын ысҡындырғандар, фарҙарын ярғандар һәм сәләм рәүешендә баш кейемен дә ҡалдырып киткәндәр.

Танҡка һәйкәл - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, ҡорбандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштерә, уларға булған хөрмәтте сағылдыра. Паркка ял итергә килеүселәр ҙә был хәлдең осо булырына ышана.

Осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан тикшереү башланған. Бындай кире күренештәр үкенескә ҡаршы бик күп. Кешенең хеҙмәтен һанламау, мыҫҡыллауҙар көн дә тиерлек осрап тора. Был яман эште ҡылған вандалдар тиҙ арала табылыр һәм тейешле язаһын алыр.

Фото №1 - Бөйөк Ватан һуғышы арт-объектына кем ҡул һуҙған?

Раушания Рәхимова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ