Ураҙа ғәйете уңайынан байрам намаҙҙары Өфөнөң 22 мәсетендә уҡыласаҡ.
Иман йорттарында полиция хеҙмәте, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хәүефһеҙлек сараһын күрәсәк. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы инспекцияһы бөтә нөктәләрҙә лә транспорт хәрәкәтен көйләйәсәк. Шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы мобиль бригадалары ла резервҡа ҡуйылған.
Байрам намаҙҙарына килеүселәрҙең битлектә булыуы һорала. Беҙҙең телеканалда Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин үткәргән Ураҙа ғәйете тура эфирҙа күрһәтелә. Байрам көндө мосолмандарға бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөү, бүләктәр бирешеү, ғаилә именлеге хаҡына фитыр саҙаҡаһы биреү зарур.






