Бәйгенең тәүге этабында Әбйәлил, Күгәрсен, Тәтешле, Бишбүләк һәм Саҡмағош райондары спортсылары көс һынаша.
Баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында үтәсәк ярыштың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда ҡарарға мөмкин. Турнирҙың былтырғы еңеүсеһе тип Шишмә районынан 15 йәшлек жокей танылғайны.




