Салауат ҡалаһында йәш хоккейсыларҙың «Алтын шайба» Бөтә Рәсәй ярыштары тамамланды

Уйында Учалының «Таусылар» һәм Өфөнөң «Ағиҙел» уйынсыларынан торған Башҡортостан йыйылма командаһы еңгән. Хәл иткес матчта яҡташтарыбыҙ Мәскәү йыйылма командаһын 1:0 иҫәбенә ҡыйратҡан.

Шайбаны иң көслө уйынсыларҙың береһе Яна Минкина индергән. Ә һаҡсылар араһында «Ағиҙел» клубынан Анна Свиридова иң яҡшыһы тип табылған.

Ярышҡа бик лайыҡлы 16 команда йыйылды. Көслө хоккей үҙәктәре ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, беҙ еңеп сыҡтыҡ. Ҡыҙҙар өсөн бик шатмын.

Александр Семак, «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубының спорт директоры
Фото №1 - Салауат ҡалаһында йәш хоккейсыларҙың «Алтын шайба» Бөтә Рәсәй ярыштары тамамланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ