Ҡотлау тексы Кремль сайтында урынлаштырылған. “Рәсәй мосолман ойошмалары милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, ил халҡын берләштереүгә лайыҡлы өлөш индерә, экстремизмға ҡаршы сығыш яһай. Мосолмандар киләсәктә лә ил тормошонда әүҙем ҡатнашыр, фиҙаҡәр хеҙмәте менән тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итер”, тиелә Владимир Путиндың Ураҙа байрамы айҡанлы ҡотлауында.






