Баҡалы районы хужалыҡтары ла йылы, аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Әле барлыҡ майҙандарҙа ла сәсеү эштәре бара.
«Агроресурс» хужалығы иһә тәүлек әйләнәһенә эшләүгә күскән. Хужалыҡтың бөтәһе 15 мең гектарҙан ашыу майҙаны бар, улар биш ауыл биләмәһендә урынлашҡан. Белгестәр фекеренсә, баҫыу культураларын ер дымлы ваҡытта сәсеп ҡалыу шарт. Транспорт менән проблема юҡ, һуңғы осорҙа техника паркы яңыртылған. Дәүләт яғынан субсидия бүленеү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Орлоҡ та, минераль ашламалар ҙа етерлек. Хужалыҡтың үҙ орлоҡ фонды ла бар. Шуға ҡарамаҫтан арпа һәм бойҙайҙың элиталы сорттары һатып алынған.
Ер хужалары әйтеүенсә, көндәр боҙолмаһа баҫыу эштәрен ваҡытында тамамлау ҡаралған. Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә Башҡорт аграр-технология колледжының Баҡалы филиалы студенттары ла йәлеп ителгән. Тәжрибәле механизаторҙар уларҙы һайлаған һөнәрҙәренең үҙенсәлектәренә өйрәтә.




