Федераль һәм республика каналдары аша трансляцияланған төп сара Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә үтте. Байрам вәғәзен Рәсәй мосолмандарынңы Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин уҡыны, баш мөфтөй үҙенең сығышында Ураҙаның әһәмиәтенән тыш, йәш быуынды тәрбиәләү нескәлектәренә лә туҡталды. Төп тәғлимәттәр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Иман йорттарынының ишеге һәр кешегә асыҡ, тик хәүефһеҙлек талаптарын үтәү шарты менән. «Ләлә» мәсетенә килеүселәр ҙә температуралары үлсәнгәндән һәм ҡулдары зарарһыҙландырыу шыйыҡсаһы менән эшкәртелгәндән һуң ғына индерелә.
Байрам намаҙына килеүселәр араһында Республика башлығы ла бар. Радий Хәбиров мосолмандарҙы Ураҙа ғәйете менән тәбрикләп мосолман ҡәрҙәштәргә күңел тыныслығы һәм башҡарған эштәренең хаҡ булыуын теләне.
Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә, йәннәттең һигеҙ ҡапҡаһы бар. Уларҙың береһе тап Ураҙа тотҡандар алдында асыла. Был ғәмәлдең асылында ризыҡтан ваҡытлыса баш тартыу ғына түгел, тыйыла белеү, нәфсеңде ауыҙлыҡлау, башҡаларға ҡарата миһырбанлы булыу тигән төшөнсәләр ята. Бер һүҙ менән әйткәндә иман. Тап иман юҡлығы, мәңгелек ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуы Ҡазандағы һымаҡ аяныслы фажиғәләргә килтерә, тине Тәлғәт Тажетдин.
Ғәйет намаҙына килеүселәр ҙә ошондай уҡ фекерҙә. Йәштәргә иман орлоҡтарын бала саҡтан уҡ һалыу мотлаҡ. Тик был йәһәттән ата-әсәләр үҙҙәре өлгө күрһәтергә тейеш.
Ураҙаның ризыҡтан тыйылыуҙан тыш тағы ла бер мөһим ғәмәле бар. Ул мохтаждарға фитыр саҙаҡаһы биреү. Был изге, олуғ байрамда һәр кемдең кәйефе күтәренке булһын өсөн.
Ураҙа – мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Уны бәлиғ булған һәм һау-сәләмәт һәр кеше тоторға тейеш тип иҫәпләнә.
Ураҙа ғәйете мосолмандарҙың иң олуғ байрамдарының береһе. Ул мәбәрәк Рамаҙан айының тамамланыуы аңлата һәм шәүүәл айының тәүге өс көнөндә билдәләнә. Был осорҙа туғандарыңдың яҡындарыңдың хәлен белеү, табынға йыйыу, мохтаждарға ярҙам итеү изге ғәмәл һанала.
Рәмзиә Кәримова






