Ураҙа ғәйете республика ҡала-райондарында киң билдәләнде

Урал аръяғы төбәктәрендә мәҫәлән, байрам намаҙынан һуң, балалар йорт беренсә әйсәләргә сыҡһа, ә Өфө районында ғәйет көнө ғаилә байрамы булараҡ фестиваль рәүешле үтте. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әйсәләү – Ураҙа ғәйетенең матур йолаларының береһе. Башлыса Урал аръяғы төбәктәрендә быуаттар төпкөлөнән бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Әйенсәләү, байрамсалау тип тә йөрөтөлә. Байрам намаҙынан һуң малай-ҡыҙҙар йорт беренсә йөрөп ололарҙы сәләмләй.

Мәрхәмәтлек, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү кеүек изге төшөнсәләргә нигеҙләнгән йола буйынса балаларҙы һыйлау, тәмлекәстәр таратыу тотош донъяла таралған. Күп кенә илдәрҙә, хатта Рамаҙан икенсе төрлө шәкәр байрамы тип тә йөрөтөлә. Йола буйынса әйсәләп килгән балаларҙы татлы ризыҡ менән һыйларға, ҡулына кәнфит һәм тәмлекәстәр тотторорға кәрәк.

Ураҙа ғәйетенең, ғөмүмән, өс көн дауам итеүе билдәле. Ошо ваҡытта диндарҙар ғаилә табынын әҙерләй, туған-тыумасаларын саҡырып ҡунаҡ итә. Өфө районында бөгөн байрам фестиваль рәүешле үтте. Сараға тотош ғаиләләре менән килеүселәр булды. Улар араһында Сөмбөл һәм Рифат Ҡамбулатовтар ҙа бар.

Ғаиләләрҙе бергә йыйған сара Өфөнөң Дим биҫтәһендәге йәкшәмбе дини мәктәп башлағысында ойошторолдо. Байрам программаһы сиктәрендә балалар төрлө уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Мәргәнлеген йәйә тартып уҡтан атып ҡына ҡалмай, изге доға-сүрәләрҙе шартлатып һөйләүҙә лә һынау тотто.

Байрамды ойоштороусылар тап балаларҙың күңелен күреүгә ҡайтып ҡалыуын билдәләй. Шуға ла тап үҫеп килеүсе быуын иғтибар үҙәгенә алынды. Ғәйет табынын асыу өсөн изге сүрәне уҡыу ҙа тап үҫмергә ышанып тапшырылды.

Ә инде теүәл 70 көндән бөтә донъя мосолмандары Ҡорбан ғәйетен билдәләйәсәк. Ул быйыл 20 июлгә тура килә.

Фото №1 - Ураҙа ғәйете республика ҡала-райондарында киң билдәләнде

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ