Республика Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибе” указына үҙгәреш индерҙе. Унда балалар баҡсалары, мәктәптәр, урта һәм юғары уҡыу йорттарында сығарылыш тантаналарына бәйле күрһәтмәләр бар. Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин аңлатма бирә.
“Юғары әҙерлек тәртибе” указына ярашлы, санитар талаптар үтәлгән осраҡта, палаткалы лагерҙар эшләй ала.
Әйткәндәй, Өфөлә коронавирустан прививка яһатҡандар араһында фатир һәм 10-сы модель айфон уйнатыла. Бының өсөн бөгөндән 20 июнгә тиклем медицина ойошмаларының береһендә флаер алырға һәм ундағы кодты ufa-zdorov.ru сайтында теркәргә кәрәк. Бүләктәр 23 июндә Өфө телеканалында уйнатыла.






