Ағиҙел, Мәләүез һәм Дөртөйлө ҡалаларында “Уңайлы ҡала мөхите” программаһын тормошҡа ашырыу барышында ҡыйынлыҡтар килеп тыуған. Ағиҙел ҡала хакимиәте башлығы Фәнис Ғилуанов белдереүенсә, проблема генераль подрядсы менән бәйле.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проблемалы объекттарҙы етди контролгә алырға ҡушты.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына августа йомғаҡ яһала. Былтыр федераль конкурста республиканан 8 проект еңеү яуланы. Өфөлә ойошторолған “Урбан-форум” барышында еңеүселәрҙе бүләкләү планлаштырыла.




