Шишмә районында 42 йәшлек ҡатын “Киа Рио” машинаһында юлдан ситкә төшөп түңкәрелгән. Водитель ауыр йәрәхәттәр алған. Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 26 иҫерек водитель тотолған, урланған автомобиль эҙләп табылған.




