Балаларҙың рухи һәм аҡыл үҫеше өсөн көрәшәбеҙ

Фото №1 - Балаларҙың рухи һәм аҡыл үҫеше өсөн көрәшәбеҙ

“Мәҙәниәт – әхләҡи код. Тап мәҙәниәт ярҙамында йәштәргә дөрөҫ тәрбиә бирергә мөмкин”. Бөгөн беренсе “АРТ-Ҡоролтай”  форумы барышында Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе ошо аҙнала Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында булыуы һәм төбәктәге балаларға һоҡланып ҡайтыуы тураһында әйтте.

Балаларҙың рухи һәм аҡыл үҫеше өсөн көрәшәбеҙ

Бөгөн Радий Хәбиров бер төркөм сәнғәт әһелдәренә дәүләт бүләктәре тапшырҙы. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһировҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелде. Ул “Бабич” нәфис фильмында Шәйехзада Бабич ролен башҡарып ҙур танылыу яуланы.

Балаларҙың рухи һәм аҡыл үҫеше өсөн көрәшәбеҙ

“Арт-Ҡоролтай” форумы барышында Ҡариҙел районында моделле китапхана асылды. Был турала киләһе сығарылыштарҙа һәйләрбеҙ.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ