Республика Башлығы Радий Хәбиров журналистарға шулап тип белдерҙе. Бөгөн Өфөлә АРТ-ҠОРОЛТАЙ мәҙәни форумы үтә. Уның барышында “Бөтә донъя Фольклориадаһына 50 көн” тигән кире иҫәпкә старт бирелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙең республика халыҡ-ара сараға етди әҙерләнә.
Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда Бөтә донъя Фольклориадаһы логотибы һәм мәҙәни форум символы – башҡорт ҡатын-ҡыҙы милли кейемендә ҡурсаҡ урынлаштырылған. Рәсәй Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклор байрамы Олимпиада менән сағыштырҙы.
Бөтә донъя Фольклориадаһы быйыл июлдә үтә. Байрамды 22 район һәм ҡала ҡабул итә.






