Ул быйыл республикала асылған тәүге модель китапхана. Видеоэлемтә аша Рәсәй Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова махсус пультҡа баҫып, рәсми старт бирҙе. Ҡариҙел районы китапханалар селтәре етәксеһе Светлана Сәфәрова һөйләй.
Ҡариҙел ауылындағы смарт-китапхана республикала иҫәп буйынса бишенсе булды.






