“Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин башҡорт ир-егеттәре милли кейемен тәҡдим итте. Ул “Тамға” халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе. Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем алған Юлай Ғәлиуллин әйтеүенсә, ир-егеттәр араһында ла милли кейемгә ихтыяж арта.
Бөгөн Өфөлә “Фольклориадаға 50 көн” тигән кире иҫәпкә старт бирелде.






