Уның сиктәрендә көҙгә 500 мең һум күләмендәге 60 грант тапшырыласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Өфөлә уҙған «Арт ҡоролтай» мәҙәни форумында белдерҙе. Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала республикала мәҙәниәтте һаҡлау, үҫтереү йүнәлештәре билдәләнде, уңышлы эш алымдары ҡаралды.
Фекер алышыу пленар ултырышта ла, түңәрәк өҫтәлдәр артында ла, секцияларҙа ла, интерактив майҙансыҡтарҙа ла барҙы. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, Фольклор фестивалдәре һәм традицион мәҙәниәтте ойоштороу халыҡ-ара советының президенты Филипп Боссан һәм донъя кимәлендәге башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
«Торатау» конгресс холлы бөгөн ҙур бер концерт майҙанын хәтерләтә. Залда донъя сәхнәләрендә сығыш яһаған атаҡлы сәнғәт әһелдәрен дә, ауыл клубтарында эшләгән үҙешмәкәр артистарҙы ла күрергә мөмкин. Әммә барыһын да уртаҡ маҡсат бәйләй, уларҙың һәр береһе мәҙәни үҫеш, ижад өсөн яна, кешелектең рухиәте һағында тора.
Бигерәк тә ауыл мәҙәниәт йорттары, улар халыҡты туплаусы ла, ойоштороусы ла, рухи аҙыҡ бүләк итеүсе лә, йолаларҙы һаҡлаусы ла. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылы клубы аҫалы балаҫтар клубы асып, йәштәрҙе боронғо кәсепкә өйрәтә.
Һуңғы йылдарҙа « Кесе Ватан мәҙәниәте» партия проекты сиктәрендә мәҙәниәт учреждениеларына ныҡлы ярҙам күрһәтелә. Былтыр ғына 300-ҙән ашыу мәҙәни усаҡтың матди базаһы нығытылған.
Модулле китапханалар асылған. Форум сиктәрендә Ҡариҙел районында тағы ла бер китапхана эш башланы. Әммә Республика башлығы белдереүенсә, ярҙам тағы ла талап ителә. Шуға күрә киләсәктә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы тормошҡа ашырыла башлай, уның сиктәрендә көҙгә 500 мең һум күләмендәге 50 грант биреләсәк. Башҡортостан күп милләтле халҡы һәм мәҙәниәттәр төрлөлөг менән бай, тине Радий Хәбиров.
Фоум сиктәрендә пленар ултырыштан тыш түңәрәк өҫтөлдәр, интерактив майҙнсыҡтар ҙа эшләй. Мәҫәлән, «Башҡортостан» киностудияһы үҙ эшмкәрлеге хаҡында экспозиция әҙерләгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙә бәләкәй генә голливуд барлыҡҡа килде. «Һеңлекәш», «Өс таған», «Өфөнөн һөйөү менән» фильмдары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ә күргәҙмәгә килеүселәрҙе иң аптыратҡаны ҡоролмалар түгел, «Өс таған» да уйнаған малайҙарҙы танырлыҡ та түгел. Фильмда төшөү мауыҡтырғыс ваҡиғалар менән иҫтә ҡалды ти, Вәзир ролен башҡарған Арыҫлан.
Форумда йәш быуынға мәҙәни тәрбиә биреү һорауы ла күтәрелде. Делегаттар әйтеүенсә, беҙ балалар менән эшләмәһәк, ошо бушлыҡты уларҙың психологияһына кире йоғонто яһарҙай сит ҡиммәттәр биләйәсәк.
Ойоштороусылар ҙа был фекерҙе хуплай. Форум сиктәрендә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының майҙансығы эшләүе шуға асыҡ миҫал. Бында кескәйҙәр үҙ проекттарын яҡлай. Модераторҙар ҙа, эксперттар ҙа балалар. Мәҫәлән, «Һеңлекәш» фильмында төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин бөгөн эксперт ролендә, ул кино сәнғәтенең киләсәге хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Форумдағы һәр түңәрәк өҫтәл, йә майҙансыҡ хаҡында айырым материалдар әҙерләргә мөмкин. Һәр ижади башланғыс иғтибарға һәм хуплауға лайыҡ. Мәскәүҙә Ҙур театрҙа Асҡар Абдразаҡов ҡуйыуында «Дон Кихот» операһына әҙерлек булһынмы, әллә төпкөлдәрҙә урам байрамдарны уҙғарыумы, был сараларҙың нигеҙендә ижади хеҙмәт ята. Рухи, мәҙәни хазиналарҙы һаҡлау, тергеҙеү, үҫтереү.
Рәмзиә Кәримова





