Йылайыр районы хужалыҡтарының береһендә милли эсемлек етештерелеп, уны һатыуға сығарыу 50 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Әле көнөнә 60 литр самаһы ҡымыҙ әҙерләнә. Йәйге осорҙа етештереү күләменең артыуы көтөлә.
Йүнселдәр милли эсемлекте тик боронғо башҡорт традициялары нигеҙендә әҙерләй. Шуға ла ул төбәктә ҙур һорау менән файҙаланыла. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Һауындың сираттағы ваҡыты. Сираттағы, сөнки бейәләр һәр ике сәғәт һайын һауыла. Йылайыр районы хужалығында был эш көнөнә алты тапҡыр башҡарыла. Эштең ырамлығы һауын аппаратының ярҙамға килеүе лә булышлыҡ итмәй ҡалмай.
Артабан, бейә һөтө шунда уҡ махсус көбөгә ҡойола. Бешкәк менән бешелеп, күпмелер ваҡыттан ҡымыҙ эсергә лә әҙер.
Ҡымыҙ башҡорт традициялары нигеҙендә бешелә. Ул тик йүкәнән, йә булмаһа имәндән яһалған көбөлә генә әҙерләнә. Ҡымыҙға тимер менән ҡағылыу ҡәтғи тыйылған. Милли эсемлекте алюмин һауыттарҙа ла бөтөнләй тоторға ярамай. Улар алюмин менән реакцияға инә һәм уның зыянлы матдәләрен үҙенә һеңдерә.
Крәҫтиән-фермер хужалығы ла йылҡы малынан тик башҡорт тоҡомло булғанынан ғына аҫрала. Тармаҡ үҫеше өсөн дәүләт ярҙамы ла этәргес бирмәй ҡалмай.
Ҡымыҙ продукцияһын ҡулаҡсаға әйләндереүҙә тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Урындағы халыҡтан бигерәк, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә бик теләп ала. Хужалыҡ етәксеһенең киләсәккә маҡсаттары юғары. Милли эсемлек йыл әйләнәһенә етештереү шларҙың береһе.
Азат Ғәлиуллин




