Уның өсөн ғаризаны онлайн тултырыу мөмкинлеге булдырыла. Торлаҡ һатып алған өсөн һалымды кире ҡайтарып алырға һәм ипотека буйынса процентты ҡапларға була. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы студенттар өсөн уҡыуҙар ойоштора. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте вәкиле Айша Өмөтбаева һөйләй.
Заявканы онлайн тултырғанда 3-НДФЛ тәртибендә һалым декларацияһы һәм башҡа документтар тапшырылмай.






