Янғын һүндереүселәр тактик уҡыуҙар үтте

Сара ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн ойошторола. Күләмле уҡыуҙар эффектив ысул тип билдәләнә. Сөнки ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырылған шарттарҙа һөнәри оҫталыҡ күтәрелә һәм янғын һүндереү һағының барлыҡ техник саралары йәлеп ителә. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Тактик план буйынса көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Яңы Максимовка микрорайоны эргәһендәге урман тоҡанып киткән. Тимашев ҡасабаһына ла хәүеф янай. Урында йәшәүселәр был хаҡта 101 телефонына хәбәр итә. Хәүефле сигналды ишетеү менән ваҡиға урынына янғын һүндереү көстәре йүнәлтелә. Уттың юлын быуырға Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә ебәрелә.

Ваҡиға урынында оператив штаб йәйелә, Калинин һәм Орджоникидзе райондары хакимиәте вәкилдәре бәйләнешкә сыға. Янғын һүндереү өсөн хәрби участкалар булдырыла.

Ғәҙәттән тыш хәл өсөн иң ҙур диаметрҙағы бер нисә магистралле шланг һуҙылған. Уларҙың һәр береһе 17 метр оҙонлоҡҡа секундына яҡынса 4 литр һыу һибеү ҡеүәтенә эйә. Урмандың периметры буйлап шартлы янғын һүндерелә. Утҡа ҡаршы көрәшеүсе һөнәрен беҙгә лә татып ҡарау мөмкинлеге тейҙе.

Күләмле уҡыуҙарҙа халыҡты хәүефһеҙ урынға эвакуациялау алымдары ла үтәлә. Күнекмәләрҙән һуң хаталар өҫтөндә эш көтөлә.

Йыл башынан баш ҡала биләмәһендә 767, ә республика буйынса 4 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 100-ҙән ашыу кеше һәләк булған. Урмансылар хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә, тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә һаҡ булырға саҡыра. Урмандарҙы янғындан һаҡлайыҡ!

Фото №1 - Янғын һүндереүселәр тактик уҡыуҙар үтте

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ