Башҡортостан Бөтә Рәсәй «Хәтер баҡсаһы» тип исемләнгән Халыҡ-ара акцияһына ҡушылды

Уның сиктәрендә республиканың урманлы төбәктәрендә ылыҫлы һәм киң япраҡлы ағас үҫентеләрен ултырыу буйынса махсус өмәләр үтте. Шишмә районы сараһында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө ойошма вәкилдәренән тыш, ауыл халҡы ярҙамында 12 мең төп ағас ултыртылған. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Үҙе бер ҙур умарта күсен хәтерләткән өмәлә ҡатнашыусылар араһында йәш урмансылар ҙа бар. Шишмә районында үткән сараға Өфө урман хужалығы техникумы студенттары махсус килгән. Марсель Әхмәтшин сығышы менән Белорет районынан. Республиканың төп ҡарурман зонаһында тыуып-үҫкән егет йәшел ҡалҡан ҡәҙерен яҡшы белә. Шуға ла һәр үҫентенең дөрөҫ ултыртылыуын иғтибарға алды.

Бөтә Рәсәй акцияһынан дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре лә ситтә ҡалманы. Улар ҙа урман киләсәгенә үҙ өлөшөн индерҙе. Сараның да тап «Хәтер баҡсаһы» тип исемләнеүе осраҡлы түгел. Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнала. Йәнен-тәнен аямай фронт һығыҙында ғына түгел, тылда ла Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, ал ҡан менән мансып яҙылған тарихтың 30 миллион самаһы ҡорбандар иҫтәлегенә ойошторолған. Ил буйынса шунсама ағас үҫентеһен ултырыу күҙаллана. Шуға ла сараны республиканың башҡа урман зонаһына ҡараған райондар ҙа күтәреп алды.

«Беҙ бергә» девизына тоғро ҡалып «Юлдаш» йыр-моң каналы хеҙмәткәрҙәре лә сараға теләктәшлек күрһәтте. Бер төркөм радио алып барыусылары йырлай-йырлай эште күҙ асып йомғансы атҡарып сыҡты.

Әйткәндәй, ағас үҫентеләре алдан әҙерләнгән урындарға, бар урман хужалығы ҡағиҙәләре ярашлы башҡарылды. Бер рәттә ылыҫлы, икенсеһендә эре япраҡлыларҙың үҫенте ағасы ултыртылды.

Фото №1 - Башҡортостан Бөтә Рәсәй «Хәтер баҡсаһы» тип исемләнгән Халыҡ-ара акцияһына ҡушылды

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ