Бер урынға 19 кеше. Уларҙың һәр дүртенсеһе - ковидҡа ҡаршы кампания ирекмәне. «Берҙәм Рәсәй» партияһы алдан тауыш биреүгә ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамланы. Кандидаттар араһында тәжрибәле сәйәсмәндәр ҙә, йәштәр ҙә бар. Дәүләт Думаһына һайлау буйынса праймеризда ҡатнашыу өсөн барлығы 156 кеше теркәү үткән.
Бынан тыш, Өфө ҡала Советы депутаты булырға 213 кеше теләк белдергән. Праймеризда ҡатнашыусылар менән Радий Хәбиров осрашты. Төбәк етәксеһе залға йыйылыусыларҙы һайлау кампанияһы барышында халыҡты ялған вәғәҙәләр менән алдамаҫҡа саҡырҙы. Сөнки был сәйәси карьераға кире йоғонто яһай, әгәр ҙә кандидат нимәлер вәғәҙә итә икән, тимәк, ул мотлаҡ рәүештә үтәлергә тейеш, тине республика башлығы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан тауыш биреү электрон формала 24 майҙан 30 майға тиклем барасаҡ. Бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында авторизация үтеү кәрәк. Барып тауыш бирергә теләгәндәр өсөн 30 майҙа участкалар асыла. Ә инде праймериз һөҙөмтәләре 1 июндә барлана. Артабан Дәүләт Думаһы депутаты булыуға дәғүә итеүсе кандидаттар исемлеген «Берҙәм Рәсәй» партияһы сьезында раҫлау ҡаралған.
Илдар Байбулатов




