Өфөнөң «Новатор» балалар сәнғәт йортонда 80 ашыу ғаилә иң яҡшы ғаилә титулы өсөн көрәште.
Был конкурс 2014 йылдан алып «Бәхетле ғаилә»конкурсы сиктәрендә үткәрелә. Бында төп ҡатнашыусылар опекундарҙы алыштырған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар. Һәр райондан берешәр ғаилә күрһәтелгән.
Конкурс барышында ҡул эштәрен яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фотокүргәҙмәләр ойошторолдо. Концерт һуңында конкурсҡа йомғаҡ яһалды, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Гүзәл Борханова






