Башҡортостан мәктәптәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә

Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин шундай тәҡдим менән сығыш яһаны. Әле 60 процент белем биреү ойошмаларында ғына профессиональ һаҡ хеҙмәте ҡуйылған. Мәғариф учреждениеларын инженер-техник һаҡ саралары менән өҫтәмә йыһазландырыу өсөн 530 миллион һум талап ителә. Айбулат Хажин яңы уҡыу йылы башланғансы, ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек буйынса күнекмәләр үткәрергә тәҡдим итте.

Башҡортостан мәктәптәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә

         Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡазандағы кеүек ваҡиғаларҙы булдырмаҫ өсөн уҡыусылар тормошо менән әүҙемерәк ҡыҙыҡһыныу кәрәклеген белдерҙе. Мәктәпте һаҡлау өсөн һаҡ хеҙмәте һәм көс структуралары бурыслы, ә балаларҙың күңел торошо өсөн уҡытыусылар яуаплы.

Башҡортостан мәктәптәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек буйынса күнекмәләр үтә

         Мәғариф ойошмаларын һаҡлау буйынса Хөкүмәттә айырым кәңәшмә үткәрелә. Ултырыш йомғаҡтары буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ