Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, ул Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнә. Был награда мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн бирелә. “Абруйлы бүләк менән наградланыу хәбәрен яратҡан эш урынымда – сәхнәлә ҡабул итеү айырыуса әһәмиәтле булды”, - тип шатлығы менән уртаҡлашты беҙҙең радиоға интервьюһында Хөрмәтулла Үтәшев.






