Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде.
Түбән күрһәткес юғары квалификациялы хеҙмәткә хаҡтың юғарылығы һәм ауыл ерендә шәхси һаҡ ойошмаларының юҡлығы менән бәйле. Радий Хәбиров белем усаҡтарын махсус хеҙмәттәр һаҡларға тейешлеген билдәләне, ә педагогтарға балалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә юлдарҙы ремонтлау, вакциянациялау хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан халҡы Чумаков исемендәге үҙәктең Ковивак препараты менән прививка яһата ала. Республикаға ошо көндәрҙә яңы коронавирус инфекцияһынан өсөнсө вакцина килеүе көтөлә.
Оператив кәңәшмәлә, дөйөм йәмәғәт биләмәләрендә тәртип урынлаштырыу, юлдарҙы ремонтлау хаҡында ла һүҙ барҙы. Йыл башынан алып транспорт сараларын газонға ҡуйған өсөн 2 миллион 600 мең һумға яҡын штраф һалынған. Ике меңдән ашыу водитель административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Төҙөкләндереү эштәренә килгәндә, юлсылар 55 мең тирәһе соҡорҙо ямаған, был башҡарылырға тейешле эштең 60 проценты. Шулай уҡ юлдарға һыҙаттар һыҙыу дауам итә.
Һуңғы аҙнала йәмәғәтселекте шаңҡытҡан ваҡиға – Ҡазан мәктәбендәге фажиғә. Мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, Башҡортостан мәғариф учреждениеларының 60 процентында ғына квалификациялы һаҡ хеҙмәте эшләй. Ведомствоға 4 меңдән ашыу обьект ҡарай. Уларҙы инженер-техник ҡоролмалары менән йыһазландырыу 530 миллион һумға төшә. Республика башлығы проблеманы тикшереү бурысын ҡуйҙы.
Мәғариф учреждениеларын Росгвардияға, йәғни профессиональ хеҙмәт күрһәтеүселәргә тапшырыу, хаҡ артыуына ла килтерә. Элек бер сәғәте 4 һумға яҡын торһа, хәҙер ун һумға барып баҫа. Йәғни, йыллыҡ сығым 52 миллион һумдан ашыуыраҡ, бынан тыш, төбәк һәм муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһынан өҫтәмә финанслау талап ителә.
Рәмзиә Кәримова




