Өфөнөң 18-cе дауаханаһынан коронавирусты еңгән 15 меңенсе пациент сығарылды

Галина Ефимоваға 82 йәш, ҡатын сирҙе ауыр формала үткәргән. Дауаханаға ҡабул ителгәс тә, компьютер томографияһында юғары кимәлдә үпкә шешеүе билдәләнә. Өҫтәүенә, үт ҡыуығында таш булған. Шуға табиптар пациентҡа тиҙ арала ҡатмарлы операция яһарға ҡарар итә.

Әмәлиәт уңышлы башҡарыла. Галина Филипповна бер айға яҡын медицина персоналы күҙәтеүе аҫтында була. Өйгә оҙатылғанда ул аҡ халатлыларға рәхмәт белдереп, Ковид-19 инфекцияһы менән көрәштә көс теләне.

Фото №1 - Өфөнөң 18-cе дауаханаһынан коронавирусты еңгән 15 меңенсе пациент сығарылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ