Уҙған йәкшәмбе Ағиҙел йылғаһында 46 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлдө

Күңелһеҙ осраҡ Өфөнөң Романовка ҡасабаһы янында теркәлде. Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике ир бәхәсләшеп, йылға аша йөҙөп сығырға булған. Дуҫтары идеянан баш тартырға өгөтләһә лә, ҡарарҙарын үҙгәртмәйҙәр. Һөҙөмтәлә оло һыуға төшөү үлем менән тамамлана. Әлегә ирҙең кәүҙәһе табылмаған.

Ҡотҡарыусылар май ҡояшы ҡыҙҙырһа ла, йылға-күлдәрҙең һыуыҡ булыуын иҫкәртә. Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндә генә асыла. Әлегә пляж биләмәләре бүрәнә, ағас ботаҡтары, кирбес-таштар, быяла һәм башҡа ҡалдыҡтарҙан таҙартыла.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы һыу ятҡылыҡтарында дежурлыҡ итә. Инспекторҙар хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен тикшерә.

Фото №1 - Уҙған йәкшәмбе Ағиҙел йылғаһында 46 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлдө

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ