Музейҙар төнө Рәсәй акцияһына йөҙҙән ашыу мәҙәниәт учреждениеһы ҡушылды

Ун беренсе йыл рәттән ойошторолған күләмле сараға егерме ике меңдән ашыу кеше шаһит булды. Улар картиналар галереяһы, скульптуралар, тарихи артефакттар һәм башҡа экспонаттар менән танышты.

Шулай уҡ акция барышында ғилми-технологик үҫеш, Фольклориадаға әҙерлек һәм һаулыҡ темалары ла яҡтыртылды. Башҡортостандың милли әҙәбиәт музейы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы менән берлектә ҡунаҡтарға театрлаштырған тамаша, концерт күрһәтелде.

Фото №1 - Музейҙар төнө Рәсәй акцияһына йөҙҙән ашыу мәҙәниәт учреждениеһы ҡушылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ