«Өфө» клубы Премьер-лигалағы пропискаһын һаҡланы

Бындай хоҡуҡты Башҡортостан командаһы Туланың «Арсенал» клубын 2-1 иҫәбенә отҡандан һуң яуланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй чемпионатының аҙаҡҡы туры алдынан яҡташтарыбыҙ 15-се баҫҡысты биләй ине. Был бик насар күрһәткес, сөнки миҙгел һөҙөмтәһе буйынса һуңғы ике команда лиганы ҡалдырырға бурыслы. Шуға ла прописканы һаҡлау өсөн Арсенал менән кәмендә тигеҙ иҫәпкә уйнарға, шул уҡ ваҡытта Ротор клубының мәрәйҙәр юғалтыуы мөһим ине.

Әйткәндәй, лига етәкселеге килешелгән уйындарҙы иҫкәртеү маҡсатында бар уйындарҙы ла көндөҙгө сәғәт 4-кә тәғәйенләне. Әммә көндөң саманан тыш эҫе тороуы һөҙөмтәһендә Өфөләге осрашыу ике сәғәткә һуңға күсерелде. Шулай итеп Нефтсе стадионындағы уйын башланыуға Волгоград командаһының Ҡазанда ике мәрәй юғалтыуы билдәле ине.

Бындай мөмкинлек менән ике команда ла бик оҫта файҙаланды. Осрашыуҙың яҡташтарыбыҙ файҙаһына тамамланыуы коллективтарға үҙ маҡсатына өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. Ә миҙгел һөҙөмтәһе буйынса Ротор менән Тамбов командалары Премьер-лига менән хушлашты. Уларҙың урынына Түбәнге Новгород һәм Крылья Советов футболсылары килә.

Фото №1 - «Өфө» клубы Премьер-лигалағы пропискаһын һаҡланы

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ