Башҡортостанда һауа торошо арҡаһында юл хәрәкәтендә үҙгәрештәр бар

Фото №1 - Башҡортостанда һауа торошо арҡаһында юл хәрәкәтендә үҙгәрештәр бар

Температура 32 градустан юғарыраҡ күтәрелгәндә, төбәк һәм район-ара трассаларҙа йөк машиналары хәрәкәте туҡтатыла. Бындай саралар юл ҡатламын һаҡлау маҡсатында индерелә.

Синоптиктар эҫе һауа торошо һаҡланыуын күҙаллай. Табиптар ошо көндәрҙә иғтибарлы булырға, ҡояш аҫтында үткәргән ваҡытты мөмкин тиклем ҡыҫҡартырға, ҡояшта булғанда баш кейемендә йөрөргә саҡыра. Эҫе һуҡҡан осраҡта кешегә кисекмәҫтән тәүге ярҙам күрһәтеү зарур, ти медицина фәндәре докторы, табип Тәлғәт Зөлкәрнәев.

Башҡортостанда һауа торошо арҡаһында юл хәрәкәтендә үҙгәрештәр бар
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ