Был турала баш ҡаланың мәғлүмәт-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итәләр.
Ваҡиға урына Өфөнөң граждандарҙһы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары, ашығыс медицина хеҙмәте юллана. Ирҙәр торбаларҙы алмаштырыу өсөн траншея ҡаҙыған булған. Уларҙың береһен биленән, икенсеһен тубығынан ер күмә. Асыҡланыуынса, оҙаҡ ҡына ваҡыт үтә, эшселәрҙең ҡысҡырып ярҙам саҡырыуын үтеп барған ир ҙә күрмәмешкә һалыша.
Бер сәғәттән һуң ғына бәләгә тарыусыларҙы күреп ҡалыусылар ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡыра. Ҡотҡарыусылар ерҙе зыян күреүселәр тирәләй ҡаҙып, уларҙы ипләп кенә өҫкә сығара. Бәхеткә, эшселәрҙең һаулығына зыян килмәгән, ҡурҡыу менән генә сикләнгән.
Гөлдәриә Йосопова




