Башҡортостан район-ҡалаларында подъездарҙы тәртипкә килтереү буйынса эш дауам итә

Биләмәләрҙе төҙөкләндереү программаһы сиктәрендә Бәләбәй районы Приютов ҡасабаһы йорттарында ла өс подъезд яңыртыла. Уҙған быуатта Беренсе май урамындағы йортта капиталь ремонт 90-сы йылдарҙа ғына ойошторолған булған.

Әле күп фатирлы торлаҡта баҫҡыстар, ишектәр, почта йәщниктәре, тәҙрәләр алыштырылған. Эшселәр подъезд түшәмдәрен һәм стенаһын фатир хужалары һайлаған төҫтәргә буяп подъезд участкаһын тулыһынса тәртипкә килтергән.

Подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы Баймаҡта ла уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Салауат Юлаев проспектында 70-се йылдарҙа төҙөлгән иҫке йорттарҙың подъездары яңыртыла.

Иҙән-түшәмдәр яңыртылған, яҡтыртыу системаһы көйләнгән, баҫҡыстар ремонтланған. Дөйөм алғанда быйыл Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлауға 220 миллион һум аҡса бүленгән. Төбәк етәкселеге белдереүенсә, был суммаға 306 подъезды тәртипкә килтереү күҙаллана.

Фото №1 - Башҡортостан район-ҡалаларында подъездарҙы тәртипкә килтереү буйынса эш дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ