Өфө баҙарҙарына баҡса еләге һатыуға сығарыла башланы

Бөгөн Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре рейд үткәрҙе. Улар һатыуға сығарылған продукцияға документтарҙы тикшерә. Тик бармы һуң ул тейешле белешмәләр? Рейдта БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡатнашты.

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының Башҡортостан референт үҙәге хеҙмәткәрҙәре еләктәрҙе күк баҫҡанлығына шунда уҡ иғтибар итте. Һатыусы иһә киреһен иҫбатларға тырышты. Ырымбур тракты менән ҙур сауҙа үҙәктәре яғынан килгән юл киҫелешендә һатыу ойоштороусылар ҡып- ҡыҙыл баҡса еләктәренең Шишмә районынан икәнлегенә ышандырырға тырышты.

Әммә рейд ойоштороусылар үҙҙәре Шишмәнән. Лаборатория Шишмәлә урынлашҡан. Әле район фермерҙарының еләге бешмәгән. Һатыусы билдәһеҙ яҡтан килтерелгән еләккә документ күрһәтә алманы. Һатыуға сығарылған еләк-емешкә референт үҙәгендә лаборатор тикшереү үткәрелгән булырға тейеш. Бер тонна баҡса еләгенә ун-егерме бөртөгө тикшереү өсөн етә. Хаҡы биш йөҙ һум.

Фитосанитар контроль тураһында акт. Продукцияның карантин-фитосанитар торошо тураһында белешмә. Һатыуға ҡуйылған емеш-еләккә ошондай документтар кәрәк.

Законһыҙ сауҙа өсөн Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеү идаралығы продукцияны тартып алырға хоҡуҡлы.

Йыш ҡына һатыусылар документ бар тип аҡлана. Был инде Өфөнөң Әй һәм Революция урамдары киҫелешендәге баҙар. Затон биҫтәһендәге күмәртәләп алыу баҙарынан килтергән еләккә, әлбиттә, уларҙың ҡулында тейешле ҡағыҙҙар юҡ.

Ундай осраҡта документтың мисәт менән күсермәһе булырға тейеш. Рейд ойоштороусылар ғына түгел, һәр һатып алыусы емеш-еләккә документ бармы-юҡмы икәнлеген талап итә ала. Сөнки татлы ризыҡ та әсе һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал.

Фото №1 - Өфө баҙарҙарына баҡса еләге һатыуға сығарыла башланы

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ