«Ғаиләләргә изгелек бумерангы». Өфөлә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам проекты башланды. Ярҙам сараһы йыл һайын 11 -31 майға тиклем үткәрелә.
Ғаиләләргә ярҙам итергә теләүселәр «Ғаилә» үҙәгенә ҡулланылышта булған балалар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар: уйынсыҡтар, коляскалар, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерә ала. Әйберҙәр ярҙамға мохтаж ғаиләләргә таратыла. Хәйриә акцияһы республиканың бөтә райондарында ла үткәреләсәк.
Гүзәл Борханова






