Алты һалдаттың медальондары бар, әле өсәүһенең исем-шәрифе асыҡланып туғандары табылған да инде, ҡалғандарының шәхестәре экспертиза ярҙамында билдәләнә.
Рәсәй эҙәрмәндәр отрядының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары был турала бөгөн матубғат конференцияһында белдерҙе. Улар әйтеүенсә, һуғыш эҙҙәре буйлап экспедициялар даими ойошторола. Быйыл апрелдән майға тиклем генә яҡташтарыбыҙ илдең 6 төбәгендә 12 сәфәрҙә булған. Экспедицияла 200-ҙән ашыу студент һәм уҡыусы ҡатнашҡан.
Ә дөйөм алғанда, яҡташтарыбыҙ йөҙгә яҡын яу ҡаһарманының һуңғы төйәген тапҡан. Экспедиция ваҡытында улар атып төшөрөлгән ИЛ-2 штурмовигына ла юлыҡҡан. Эҙәрмәндәр әйтеүенсә, отряд һуғыш барған төрлө төбәктәрҙә эшләй. Псков өлкәһенә һуңғы сәфәр бигерәк тә һөҙөмтәле булған. Эҙәрмәндәр ун һалдаттың ерләнгән урынын тапҡан.
Рәмзиә Кәримова






