Башҡортостан башлығы грантына нәшер ителгән баҫмаға уның кантатаһы, йырҙары, ғаилә архивынан фотоматериалдар һәм замандаштарының хәтирәләре ингән.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ойошторолған китаптың исем туйынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байрас Абдуллиндың бәләкәй хоры – балалары, ейән-ейәнсәрҙәре сығыш яһай. Моңло кисә, хәтирәләргә бай осрашыу. Йәмәғәтселекте «Баштарыңды эймә» тип исемләнгән китап менән таныштырҙылар. Баҫма билдәле дирижер һәм композиторҙың тормош һәм ижад юлына арналған. Байрас Фуат улы ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Башҡортостан сәнғәтендә лайыҡлы урын ала.
Быйыл Байрас Абдуллинға етмеш йәш тулған булыр ине. Баҫманың «Баштарыңды эймә» тип аталыуы осраҡлы түгел. Күп йырҙар авторы Әсхәр Кәшфуллин һүҙҙәренә яҙылған был көй - һуңғы ижади эше булған. Ғаиләһе был йырҙың мәғәнәһен наказ кеүек ҡабул итеп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә була. Китаптың исем туйына саҡырылған артистар ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашып, композиторҙың бай репертуарын башҡарҙы, һәр музыкаль әҫәрҙе хазинаға тиңләне.
«Әлдә һин бар әле донъяла» йырын башҡарырға тәҡдим итә. Музыкаль композиция халыҡ араһында тиҙ арала популярлыҡ яулай. Инглиз, төрөк телдәренә лә тәржемә ителә.
Байрас Абдуллин Башҡортостанда ике ҙур тынлы оркестр менән етәкселек итеп тә, халыҡ араһында уңыш ҡаҙана. Марштарҙан тыш, хор өсөн «Башҡортостан» кантатаһын ижад итә. Бай репертуары хәҙер китап биттәрендә лә сағылыш тапты. Баҫма менән тиҙҙән республика китапханаларында танышырға мөмкин буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина




