Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта шул турала хәбәр ителде. Әле республикала 165 урында прививка эшләтергә була. Әлшәй районы Раевка ауылындағы гимназия уҡытыусыһы Рәмзиә Зарипова ошо көндәрҙә коронавирустан икенсе компонент вакцина яһатҡан. Уның әйтеүенсә, үҙенең һәм яҡындарының һаулығын ҡайғыртҡан һәр кем прививка эшләтергә тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн сит дәүләттәр илселәре менән осрашыуҙа дүртенсе вакцина әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте. Әле беҙҙең илдә “Спутник V”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак” препараттары файҙаланыла. Әйткәндәй, Башҡортостанға 384 мең доза вакцина килтерелгән.






